Мин яратҡан өс хәреф - Айбулат Фларидович Сәсәнбаев 3 стр.


Дим түҙемһеҙлек менән кис етерен көтөп алды. Ниһайәт, улар Гөл менән осрашып бергә ҡайтырға тейеш. Туҡталышта бит уларҙы эт көтә, ә егет ҡыҙ алдында бер йәндән дә ҡурҡмай. Тик магазинға инеп сосиска алырға кәрәк, эт осраһа уға, осрамаһа Димгә булыр.

Йәштәр бер-береһен Башҡортостан ҡунаҡханаһы алдында тапты. Әгәр осрашыуҙар үткәрергә икән, тик был майҙанда, сөнки был ҡунаҡханала үҙ заманында ниндәй генә юғары вазифалы ҡунаҡтар һәм эмигранттар булмаған, ә ҡаршылағы концерт залында беренсе башҡорттар ҡоролтайы ла, суверенитетты ҡабул итеү ултырышы ла уҙған. Өфөнөң иң етди урыны был, ә ғашиҡтарға мин Ленин урамының Коммунистик урамы менән киҫешкән ерҙә осрашырға кәңәш итер инем. Бында бит ноленсе километр. Әгәр тормош юлын бергә үтергә икән, ул тап ошонда башланырға тейеш.

Өфө кистәре айырыуса матур. Ҡояш байыу менән мең төрлө фонарҙар ҡабына, уларҙың нуры тарихи биналарҙы яҡтыртып иң йылы атмосфера тыуҙыра. Ҡараңғы таш йорттарға килешә, һәр хәлдә ҡала үҙәгендә. Картинаны тулыландырып кешеләр йөрөй. Гөл бер-ике размерға ҙурыраҡ кеүек тойолған ҡара пальто кейгән, муйынына шарф ураған, сәсе ялбыр, ә аяғында ҡыҙыл кеды. Элек бындай өҫ кейеме менән аяҡҡа мотлаҡ итек йә туфли кейгәндәр, ә хәҙер өйҙә нимә табылды, шуны эләктер ҙә, тышҡа сыҡ. Хәйер, бының да үҙ матурлығы бар

Дим Гөлгә ҡасандыр ятлаған шиғырҙарын уҡый, тик бына бәлә, ул һәр әҫәрҙең йә башын, йә аҙағын ғына иҫләй, шуға ла ваҡыты-ваҡыты менән шымып ҡала һәм улар артабан тынлыҡта атлауын дауам итә. Тик ҡыҙ быны һиҙмәй ҙә, ул бар иғтибарын телефонына йүнәлткән, күрәһең, мөһим нәмә ҡарай.

Сәләм, һөйөклөм, һине һағынып та өлгөрҙөм, Гөлдөң оҙон тынлыҡтан һуң беренсе һүҙҙәре яңғыраны. Арыуыҡ юл үтеүҙәренә ҡарамаҫтан, Дим был өндәшеүгә шат ине.

 Сәләм!  тине ул. Мин дә һине һағынып өлгөрҙөм. Гөл егеткә аптыраулы ҡараш ташлап, телефонының экранын күрһәтте. Унда видеошылтыратыу аша бәйләнешкә ингән элемтәсе йөҙө күренде.  Таныш бул, был Дим. Ул мине оҙата, иртәнсәк бер эт ҡурҡытты тип һөйләгәйнем бит. Дим шул туҡталыш янында йәшәй. Һин дә таныш бул, был минең егетем Марат. Беҙ уның менән ай тирәһе осрашабыҙ. 28 көн, тигән яуап ишетелде телефондан

Артабанғы юлда Дим бөтөнләй шым булды. Уйлана торғас бөтә шиғырҙарҙың да онотолған юлдары иҫенә төштө. Тик Гөлгә былай ҙа күңелле ине, ул ҡолаҡсындарын тағып Марат менән аралашыуын дауам итте. Егет йәнәшәләге йорттарға ҡуйылған таҡтаташтарҙы уҡый башланы. Бына был йортта Сергей Довлатов тыуған, ул йортто яҙыусы Ундервудта соло баҫҡан саҡта бер тапҡыр булһа ла иҫенә төшөргәнме икән? Ә был йорттоң таҡтаташында 40-сы йылдарҙа һөргөнгә ебәрелгән Эстонияның тәүге президенты Константин Пятс тороуы хаҡында яҙылған. Ҡыҙыҡ, беҙҙең герой һөргөнөн Эстонияла үткәргән, ә эстондарҙыҡы беҙҙә. Тик Пятсты герой тип атап буламы икән? Ул бит диктатура яҡлы кеше. Ошо уйҙарға сумған Дим Аксаков урамындағы туҡталышҡа барып етеп трамвайға ултырыуын да, Си Цзиньпин урамына барып етеүен дә һиҙмәй ҡалды.

Ҡайтыр юлда эт осраманы, шуға ла Гөл юлын яңғыҙы дауам итте. Дим ун бер тулғанын көтөп өс тапҡыр ут һүндереп, уны кире ҡабыҙҙы ла, яуап алып ноутбугына төбәлде. Гөл имен-аман ҡайтып еткән, ярар.

***

Күптән Си Цзиньпин урамына бындай иғтибар булғаны юҡ ине. Иртәнән алып батҡаҡ ҡатыш асфальт буйлап оператор һәм төрлө халыҡ йүгерә. Баҡтиһәң, Өфөгә Мәскәүҙән ниндәйҙер ғалим килгән, ул ҡалала албаҫты эҙҙәрен эҙләй. Тамара нисектер уның кеүек мистикаға ышаныусылар менән бәйләнешкә сыҡҡан. Урындағы телеканалдарҙың береһе был мөмкинлекте ысҡындырмаҫҡа булып ғалимға эйәргән. Сенсация бит! Баш ҡала уртаһында малай юғалған, ә урындағы халыҡ быны албаҫты эше, ти. Етмәһә, халыҡ һүҙен ҡеүәтләп ниндәйҙер ғалим йөрөй. Тамара бөгөн иғтибар үҙәгендә. Ул йә тегендә, йә бында тороп камераға фараздарын яңғырата. Кисә генә тиерлек, күлдән йыртылған кейем һөҙөп алғандар ине. Был улика Си Цзиньпинға эйәләгән шайтандың төп дәлиле. Ғалим шул сепрәк киҫәген тотоп албаҫтылар, ғәҙәттә, кешене шулай үлтерә, бында уның тырнаҡ эҙҙәре ҡалған тип, асыштарын яһай.

 Застройщик эше был, -тине Дим менән халыҡ төркөмөн күҙәтеп торған Саша. Александр икенсе яҡтан күрше йәшәгән ир. Торғаны менән бәһлеүән: буйға оҙон һәм йыуан. Һимеҙ ҙә тип әйтмәҫһең, культурист та тимәҫһең, үҙенең тәбиғи кәүҙәһе шулай. Дим унан ҡайһы саҡ ҡурҡып та ҡуя, сөнки бындай кеше һиңә тондорһа, ятҡан ереңдән кире тормаҫһың. Үҙенсәлекле, һаҡауыраҡ һөйләшеүе һәм балаларса бер ҡатлылығы ғына уны йомшағыраҡ күрһәтә.

 Репортерҙар застройщик эшеме?  тип һораны Дим.

 Юҡ, малайҙың юғалыуы. Ул беҙҙе бынан нисек ҡыуырға белмәй. Бында енәйәттәр күбәйһә, беҙ үҙебеҙ ҡурҡып ҡасырбыҙ ҙа, ул ошонда тағы бер йорт төҙөрмөн, тип уйлай. Тик мин ҡурҡмайым, үҙе йоҙроғомдан ҡурҡһын. Күл тирәләй мистиканы ла застройщик булдыра, белеп ҡуй,  тип йоҙроғон төҙөлөш яғына күрһәтеп, өйөнә табан юлланды күрше.

Сенсация һунарсылары Димдән дә фекерен һораны. Егет быны застройщик эше, тип яуапланы. Ысынлап та, танау алдында ғына ашлы һыу күл була тороп, ниңә уны камера алдында хәл итә башламаҫҡа? Һәр хәлдә ул бит тап шул төҙөлөш арҡаһында барлыҡҡа килде, тимәк, уны ҡоротоу эше менән дә төҙөүселәр шөғөлләнергә тейеш. Тик ғалимға ла, күрше Тамараға ла был фекер оҡшаманы. Дим боролоп өйөнә инер саҡта Мәскәү ҡунағы уға: Һағыраҡ бул, һинең менән йәнәш кенә ҡурҡыныс йыртҡыс йәшәй, ә һин быны күрмәйһең, тип ҡысҡырып ҡалды. Теләһә нәмә уйлаһындар.Әйҙә, кемдең эше юҡ, улар ышанһын, ә Димгә көндәлек мәшәҡәттәр менән булышырға кәрәк.

Ни тиһәң дә кис Димдең яратҡан мәле. Көндөҙгө шау-шыу тамам, Тамара һәм ҡалған күршеләр күптән ишектәге йоҙаҡтарын бикләп йоҡларға йыйына, ә егет тәҙрә аша урам күҙәтә. Күл аръяғындағы убала ҡалҡҡан йорттоң тәҙрә уттары йондоҙҙарҙы алмаштырған, тип әйткәйнем бит. Дим шул уттарға ҡарап үҙ уйҙарына сумған. Күрше төҙөлөштә эшләгән кран да кис етеү менән уттар ҡабыҙып түңәрәк хәрәкәттәр яһай. Бына һиңә планеталар парады, аҡса түгеп планетарийға ла йөрөргә кәрәкмәй. Күл тирәләй быҙауҙай аҡ эт еҫкәнеп йөрөй. Дим бер хайуанға, бер ҡулындағы пистолетҡа ҡарап ҡуя. Эттең Гөлдө ҡурҡытыуы иҫенә төшкәс сығып шуны атҡыһы килә, тик тауыш күрше-тирәне уятыр, тигән уй ғына егетте туҡтатып ҡала. Бер булмаһа, Гөлдөң Мараты бар, әйҙә ул проблемаларын хәл итһен. Киске ун бер ҙә тулды. Ҡул үҙе ут һүндергесенә үрелә. Бер. Ике. Өс. Тыныс йоҡо

***

Сенсация! Өфөлә албаҫты эҙенә төшкәндәр. Барыһы ла бер нисә көн элек Си Цзиньпин урамында юғалған 12 йәшлек малайҙан башланды. Урындағы халыҡ быны мифик зат эше, ти. Улар фаразын Халыҡ-ара гоминология үҙәге директоры, биология фәндәре кандидаты Игорь Бурцуев раҫлай. Кисә ул бында экспедицияға килде. Си Цзиньпин урамында йәшәүселәрҙең ихата артында ҡаршылағы төҙөлөш арҡаһында барлыҡҡа килгән күл бар. Ошо урынға йөҙәр йыл халыҡ ижадында һәм һирәк видеокадрҙарҙа мәңгеләштерелгән, беҙгә әле артыҡ билдәле булмаған йети эйәләшкән. Ғалим бында уның көнкүрешен тәфсирләгән әйберҙәргә юлыҡты: Бына күрәһегеҙме? Ағас ботаҡтары һынған, ул бында баҫып үткән. Ямғыр яуғанлыҡтан эҙҙәре юйылғандыр, әммә ошо соҡорҙо ҡар кешеһе ҡалдырған, тип әйтергә мөмкин. Бында беҙ тағы хайуандың ҡорбаны булған малайҙың кейем йыртыҡтарын таптыҡ. Унда тырнаҡ эҙҙәре һаҡлана. Сәйер хәл, сөнки йетиҙар ғәҙәттә кешегә һөжүм итмәй Тәфтишсе Сәлимгәрәев телевизорҙы һүндереп ҡуйҙы.

Быны нисек аңларға?  Сәлимгәрәев участка полицияһы Ахунйәновҡа өндәште.  Ни өсөн участкаңда шундай бардак? Малай юғалыуына күпме ваҡыт үтте? Ә тәфтиш эшенә ярҙам итеүсе улика куртка еңен ниндәйҙер гоминологтар таба!

 Беҙ ул урынды бер нисә тапҡыр ентекле ҡарап сыҡтыҡ, табылғанын һеҙгә тапшырҙыҡ, башҡа бер нәмә лә сыҡманы. Бәлки кейем йыртығын үҙҙәре үк килтергәндәрҙер,  Ахунйәнов мөмкин тиклем аҡланырға тырышты.

 Халыҡ менән тәү һөйләшкәндә үк ошондай хәбәр һөйләйҙәр инеме?

 Юҡ, был версияны Тамара исемле әбей генә әйтте, ҡалған халыҡтың кемеһе ҡысҡырыу ишеткән, кемеһе ишетмәгән, әммә уның юғалыуын мистикаға бәйләмәне. Ул ерҙә берәҙәк эттәр күп, бәлки, шуларҙың береһе һөжүм иткәндер?.

 Бәлки,  Сәлимгәрәев пауза тотто.  Тик бында архивтан ҡыҙыҡ ҡына материалдар табылды. Ун йыл элек ошо уҡ урында өс үҫмер юғалыу осрағы теркәлгән. Ул саҡта әле күл урынында сауҡалыҡ, ә төҙөлөш ерендә шәхси йорттар булған. Енәйәт зонаһына эләккән ерҙә кемдәр йәшәй, әйт әле,  Тәфтишсе папкаға һалынған ҡағыҙҙарҙы сығара башланы.

 Әлеге лә баяғы Тамара, уның янында Дим исемле йәш егет, унан ары Александрҙың йорто. Был өс участка араһында забор ҙа юҡ, хатта.

 Әһә, Тамара, Александр Эйе, бына уларҙың күрһәтеүҙәре яҙылған. Ха, был саҡта әбей әле албаҫты тураһында һөйләмәгән,  Сәлимгәрәев архив документтарын уҡый башланы.  Улар үҫмерҙәр юғалыуын урталағы күршеһенән күргәндәр. Бына Шәрипов Вәкил, ун биш йылға колонияға ебәрелгән. Юғалғандарының кәүҙәләрен тапмағандар, Вәкилдең өйө тапҡырында табылған кешенең аяҡ һөйәге ғәйепсе яҡтың судта төп дәлиле булған. Был кеше тураһында ишеткәнең бармы?

Назад Дальше