Ахунйәнов бер аҙ ҡойма буйында ятҡан ҙур аҡ эткә ҡарап торғандан һуң трамвай юлдары буйлап атлап китте. Бында машина менән килеп туҡтауы ҡыйын шул. Уны алыҫтараҡ ҡалдырырға тура килде.
***
Дим ҡулына йыуылған кеды һыңарын тотоп солан тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап тора. Бында һалҡын булһа ла, түҙерлек. Сөнки ошонда ғына күлгә ҡараған тәҙрә бар. Уның ярында әлеге лә баяғы эт еҫкәнеп йөрөй. Әгәр Гөлдөң аяҡ кейеме нисек унда эләккәнен берәйһе белһә, ул ошо эт кенә. Йәһәтерәк хужаһын асыҡларға кәрәк.
Дим кеда һыңарын ҡалдырып Тамара әбей йортона йүнәлде. Борондан бында йәшәгән ҡатын, моғайын, эт хужаһын беләлер. Әбей ниҙер ишетһен өсөн оҙаҡ һәм көслө генә ишеккә туҡылдатырға тура килде. Ниһайәт, тәҙрә аша кемдеңдер һыны күренде. Дим шул тәҙрә алдына тороп баҫҡас, ул ишек яғына атланы.
Бәй, Дим, һинме ни? Мин әле кем килгән, тип баш ватам. Әллә берәй жулик йөрөймө икән, тим.
Тамара инәй, бында уралып йөрөгән ҙур аҡ эттең хужаһы кем ул? Дим һаулыҡ та һорашып тормайса килеү сәбәбен асыҡларға булды.
Тороп тор, хәҙер сығам, Тамара бер аҙ шым торғас өйөнә боролоп инде. Әйләнеп сыҡҡанында ул башына яулыҡ ябынып, өҫтөнә плащ кейгән ине. Әйҙәле, улым, Сашкаға барып киләйек. Мин уның баҙында сөгөлдөр-кишеремде һаҡлайым. Врач миңә йәшелсә ашарға ҡушты, тип әбей күршеһен етәкләп алды.
Дим күлгә тағы бер ҡараш ташлап һорауын ҡабатланы.
Анау йөрөгән аҡ эт кемдеке ул?
Әбей туҡтап ҡалды. Бер аҙ күлгә тексәйеп торғас яуап ҡайтарҙы. Былмы ни? Ул бит Маһмай. Маһмай уның ҡушаматы. Мин ниндәй эт тигән булам. Хужаһыҙ ул. Уны көткән ғаилә бер-ике йыл элек күсеп китте. Шунан бирле ул тегендә-бында һуғылып йөрөй.
Маһмай һиңә, ул бит сусҡа кеүек, кем дә булһа этте ашатып тора, тип уйланы Дим. Былар Сашаның өй ҡырына етте. Егет тупһаға менә башланы.
Ҡайҙа киттең? Бына бит баҙ! Әбей баҙ ауыҙына эйелеп асҡыс менән йоҙаҡты аса башланы.
Бындағы люк ҡоҙоҡ, йә бункер ҡапҡасына оҡшаш, баҙ тип уйламаҫһың да.
Шунда баҫҡыс булырға тейеш, мә! тип әбей пакет һуҙҙы. Эрерәк сөгөлдөрҙәр йыйып бирһәң, дүртәү етер ул. Ах, онотҡанмын, фонаригың бармы?
Телефонымда бар, күрәм ул, Дим яуабын баҙ төбөнән ҡысҡырҙы. Әммә Тамара быны ишетмәне, ахыры. Үҙ алдына һөйләнә башланы:
Ошонда ҡайҙалыр свите тоҡанырға тейеш. Баҙында ут бар ул. Ҡайҙа икән?
Кәрәкмәй! Сөгөлдөр алдым! тип ҡысҡырҙы Дим.
Баҙ үҙе буйы-арҡырыһына метрҙан саҡ ҡына киңерәк. Әммә бер ниндәй ҙә лампочка бында күренмәй. Ер аҫтында дымлы һәм һыуыҡ. Егет баҫҡысҡа менгәндә пакеты стенаға һуғылды. Ундағы фанера шылып китте, ахыры. Ниндәйҙер ҡыштырлаған тауыш ишетелә башланы. Дим бынан берәй ҡомаҡ килеп сыҡмаһын, тип тиҙерәк тышҡа ашыҡты. Үҙе артынан люкты ябып торғанда ғына уның ҡолағына шыбырлау тауышы ишетелде. Ул тауыш өс кенә хәреф еткерҙе: Дим.
Сыҡтың дамы ни!? Ҡайҙа? Эрерәктәре юҡ инеме? Тамара бауылдарға кереште.
Теләһәгеҙ, төшөп башҡаларын алам, тип яуапланы Дим.
Юҡ, ярай, әлегә бара ул. Аҙаҡ, Сашка ҡайтҡас, тағы берәй рейс сығартырмын, тигән һүҙҙәр менән әбей баҙҙы йоҙаҡларға кереште.
***
¬¬¬ Аша, аша, Саша Маһмайға сей ит киҫәген һуҙҙы. Ул яңы ғына шабашканан ҡайтты. Бер аҙ һаҡау булғанлыҡтан ир заманында һөнәри белем алырға оялды. Оялды, тип, булдыра алманы. Техникум программаһы ла уға ауыр бирелде. Шуға киләсәккә бер ниндәй ҙә пландар ҡороп тормай, ниндәй эш килеп сыға, шуға тотондо. Тик башҡа шабашкасыларҙан айырмалы рәүештә ул аҡсаны эскегә түгел, ә Маһмайға бөтөрҙө.
Саша икенсе ит киҫәген кеҫәһенә һалып баҙын аса башланы. Сыйылдап асылған люкты артҡа ырғытып ҡулын аҫҡа һуҙып эстә ут тоҡандырҙы. Бына ул Дим ҡыйшайтҡан фанера киҫәген ситкә ташлап эскә үтте. Бында урын иркенерәк. Дөрөҫөрәге, был гастарбайтерҙар йәшәй торған вагончик. Тик ул ер аҫтына күмелгән һәм бөтә яҡлап йомшаҡ матрастар менән йылытылған.
Иҙәндә хәлһеҙ һәм яланаяҡ Гөл ята. Өҫтөндә лә үҙенең кейеме түгел, еңелсә генә йәйге күлдәк. Александр кеҫәһенән ит киҫәген сығарып ҡыҙ янына сүкәйеп ултырҙы.
Мин һиңә ашарға килтерҙем. Мә, тип Гөлдөң кипкән ирендәренә сей ит киҫәген төрттө.
Ҡапылдан ҡыҙ һуңғы көстәрен туплап аяғүрә торҙо һәм таштай ҙур әҙәмдең елкәһенә тутыҡҡан сөй менән сәнсте. Яранан сағыу ҡыҙыл ҡан аға башланы.
Дим, Дим! тип һөрәнләне ҡыҙ. Саша тиҙ аңына килеп ҡыҙҙың сикәһенә усы менән һуғып ебәрҙе. Быны көтмәгән ҡыҙ аһ, тип тә әйтеп өлгөрмәй аңһыҙ иҙәнгә ҡоланы.
Ир ашыға-ашыға тышҡа үрмәләне. Инде кейеме ҡыҙыл ҡанға буялып бөттө. Сашаның бындай ҡиәфәттә килеп сығыуына Маһмай өрә башланы. Ир ыңғырашыуын тыйып баҙ ҡапҡасын йоҙаҡларға кереште.
Ир ашыға-ашыға тышҡа үрмәләне. Инде кейеме ҡыҙыл ҡанға буялып бөттө. Сашаның бындай ҡиәфәттә килеп сығыуына Маһмай өрә башланы. Ир ыңғырашыуын тыйып баҙ ҡапҡасын йоҙаҡларға кереште.
Эт өрөүенә Дим сыҡты. Ҡанға батҡан күршеһенең баҙ бикләгәнен күреп, тиҙ генә кире өйөнә йәшенде. Гөл шунда! Башҡа бер ҡайҙа ла булыуы мөмкин түгел. Ахунйәновҡа шылтыратырға кәрәк!
Алло, телефондың теге яҡ осонда тыныс тауыш ишетелде.
Алло, был Дим! Мин Гөлдөң дә, теге малайҙың да ҡайҙа юғалғанын таптым! Улар күрше Сашаның баҙында. Әле генә ул шунан ҡанға батып килеп сыҡты, Дим тулҡынланыуынан бөтә хәрефтәрҙе лә аныҡ әйтә алманы.
Ашыҡма. Тимәк, һин ҡыҙың күрше баҙында тиһең?
Эйе!
Быны нисек дәлилләрһең?
Көндөҙ мин унда әбейҙең йәшелсәһен алырға төштөм. Унда бер фанера алына ине, әле Саша шунан ҡанға батып килеп сыҡты!
Шунан? Бәлки күршең яңылыш ҡырҡылғандыр?
Юҡ, Гөл шунда. Малай ҙа шунда. Һеҙ был енәйәттең осона сығырға теләмәйһегеҙме ни?
Туҡтале, Дим, малай табылды.
Нисек инде табылды?
Буйға, төҫкә оҡшаш малай кәүҙәһен кисә төҙөлөштә тапҡандар. Лифт шахтаһында ҡыҫылып торған булған.
Ә кем ҡысҡырҙы һуң төнөн?
Этем белһен, унда төнөн кем генә йөрөмәй. Башҡаса миңә шылтыратма, йәме? Мин ниндәйҙер истеричка өсөн документһыҙ-ниһеҙ кеше баҙына төшөп йөрөй алмайым.
Ә? Дим ниҙер әйтергә уйланы, тик башҡа бер ниндәй ҙә фекер килмәй ине.
Ҡыҙыҡай һинән үҙе ҡасҡандыр әле. Бик сәйерһең, Ахунйәнов трубканы ташланы.
Аңлашылды. Бында ғәҙеллек эҙләп башҡаларға мөрәжәғәт итеү мәғәнәһеҙ. Хөкөмсө ҡоралын үҙ ҡулыңа алырға кәрәк. Ҡул һелтәр өсөн инде һуң. Күп аҙымдар үтелгән. Ә бәлки, Дим бер ҡайҙа ла бармағандыр? Ул бит бөтөн көстән тырышып та ҡараманы? Бер урында тыпырсыныу был. Юҡ. Хәҙер алға һәм алға, үҙеңә енәйәт ҡылырға кәрәк булһа ла ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Полиция бында барыбер килмәй. Хәҙер бер кем яҡлау тәҡдим итеп ишек шаҡымаҫ, үҙеңә бар ишектәрҙе осора тибергә кәрәк.
Дим атылып тышҡа сыҡты. Тик артабан ни эшләргә белмәй ине. Сашаға инеп уға пистолет тоҫҡарғамы? Ә еңергә көс етерме? Әллә лом тотоп баҙ ҡапҡасын шаҡарып ҡарарғамы? Ни эшләргә?
Ҡапыл йорт алдынан Маһмай йүгереп үтте лә туҡтап ҡалды. Ауыҙына ниҙер ҡапҡан. Эт һуҙылып ятып табышын кимерергә тотондо. Был бит, ҡыҙыл кеды! Дим кире өйөнә инеп үҙе тапҡан һыңарын эҙләргә тотондо, әллә был берәҙәк шуны һөйрәп йөрөтәме? Юҡ, Дим тапҡаны өйҙә. Шул саҡ егет ишеген асыу менән боевиктарҙағы кеүек эткә тоҫҡап ата башланы. Тик пистолеттың зыяны күберәк пулянан түгел, тауышынан килә ине.
Маһмай ашыҡмай урынынан торҙо. Биш тапҡыр яңғыраған атыуҙың береһе лә эткә эләкмәгән, ахыры. Улайһа, мә һиңә тағы, мә! Атыуҙан сыҡҡан шартлау урынына буш затвор тауышы ишетелде. Маһмайҙан һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә булып ҡан аға.
Тауышҡа Саша йүгереп сыҡҡан. Елкәһендә алһыу бинт, күҙҙәрендә ярһыулыҡ.
Нимә эшләйһең, маңҡа малай!? ир бар кәүҙәһе менән Димгә ябырылып уны ергә ҡолатты. Танауға беренсе йоҙроҡ килеп эләкте, икенсеһе
Тор унан! Саша, нимә эшләйһең!? Тамара ҡулға эләккән беренсе таяҡты тотоп күршеһенең арҡаһына һуҡты. Саша ашыҡмай торҙо. Йоҙроғонан ҡан тамсылары тама. Тын алышы йышайған.
Нимә эттәр кеүек сыйнашып ятаһығыҙ? Тамара ҡысҡыра башланы.
Ул Маһмайға атты! тип ҡысҡырҙы Александр.
Шунан? Ул берәҙәкте күптән аҙаштырырға кәрәк. Йөрөй шунда кеше ҡурҡытып!
Ул минең дуҫым. Теймәгеҙ уға! Саша күҙендә йәш тамсыһы күренде.
Дим аңына килеп торорға маташты. Булдыра алманы. Аяҡтарын һуҙып ултырҙы.
Тамара инәй, баҙҙың асҡысын бирегеҙ. Унда минең Гөлөм! Димдең тауышы саҡ сыҡты, әммә быны ике күрше лә яҡшы ишетте. Саша Тамараға ҡараны. Йөҙөндә ғәжәпләнеү һиҙелә ине.
Мин уны сөгөлдөр артынан төшөргәйнем. Бар, кит бынан! тип Тамара күршеһен ҡыуып ебәрҙе. Тор әйҙә, битеңде йыуайыҡ.
Гөл! тине Дим әбейҙең ҡулына тотоноп.
Ниндәй гөл тағы? Юҡ унда бер нәмә лә. Башыңа ныҡ тейгән, ахыры, меҫкенкәй. Бар, өйөңә инеп ятып тор.
Асҡысты бирегеҙ.
Үәт малай! Асҡыс һорай тағы. Өйөңдә ашарыңа юҡмы!? Минең сөгөлдөрөмә күҙең төшкән! Ин бар! Башҡаса күҙгә күренеп йөрөмә!
Саша унда кешеләрҙе урлап тота! Дим бирешмәне. Башы әйләнһә лә ул хәҙер аяғында ныҡ тора.
Кешеләрҙең юғалыуы албаҫтының эше! Телевизор ҙа ҡарамайһыңмы ни!? Күпме әйттем был ерҙә шайтан эйәләгән тип, юҡ, бер кем дә ышанмай! Әбей өс тапҡыр төкөрөндө.