Мин яратҡан өс хәреф - Айбулат Фларидович Сәсәнбаев 6 стр.


Дим ерҙә ятҡан пистолетын алып өйөнә инеп китте. Быны күҙәтеп торған Тамара ишек ябылыу менән таяғы менән уны тыш яҡтан терәтеп ҡуйҙы.

Дим битен йыуып диванына ятты. Ауыртыу бөтөп бара, тик барыбер хәл юҡ. Өй янында ниндәйҙер шыбырлашыуҙар ишетелә, әммә бер һүҙҙе лә аңлап булмай. Димгә уларҙы тыңларға үҙ уйҙары ҡамасаулай.

Ни булһа ла Тамаранан асҡысты алырға кәрәк. Үҙе бирмәгәс, урларға! Бына төн генә етһен. Төнөн ул күрше әбейҙең өйөнә төшәсәк.

***

Йоҡо аралаш һаташып ятҡандан һуң Дим уянды. Баш похмелдән кеүек ауырта. Ҡайһы саҡ көндөҙ йоҡлаһаң шулай була ул. Сәй эсеп, бер аҙ хәл йыйырға кәрәк. Тик ҡараңғы төшөүенә ҡарамаҫтан, өйөндә ут ҡабыҙмаҫҡа булды егет. Өйҙә юҡ, йә йоҡлай, тип уйлаһындар.

Ишек берҙе көслө итеп эткәндән һуң асылды. Ҡолаған таяҡ тауышы ишетелде. Дим был хәлдең асылына төшөнмәне. Ул нисек булһа ла үҙен шымыраҡ тоторға тырышты. Тышта әкрен генә ел иҫә. Был саф еҫ егеткә көс өҫтәне. Күктә болоттар артынан тоноҡ ай яҡтыһы күренә. Төҙөлөштәге кран туҡтаған. Прожекторҙар ҙа яҡтыртмай. Өфө йоҡлай.

Тамараның ишеге, әлбиттә, бикле булып сыҡты. Ул көндөҙ ҙә йоҙаҡланып ултыра. Төнөн асыу ҡайҙа? Дим әбей өйөн тирә-яҡлап урап сыҡты. Был йорт та күптән ремонт күрмәгән. Бүрәнәләр араһындағы мүк елгә осоп бөткән, ҡайһы бер урында ярыҡ аша өй эсен дә күрергә була. Бахыр әбей бында нисек өшөмәйҙер?

Димдең ҡарашы тәҙрәгә төбәлде. Боронғо ауыл тәҙрәһе был. Ике рама һәм уға ҡатып ҡуйылған сөйҙә нығытылған быяла. Тырышһаң, бөгөлгән сөйҙө урынынан шылдырып быяланы алырға була. Димдең шулай ауылда тәҙрә ысҡындырғандарын күргәне бар ине.

Ерҙә ятҡан таш осо менән красканы сыйып бөтөргәндән һуң ул булған көсө менән сөйгә баҫты. Әһә, беренсеһе булды. Тағы бер-нисәү һәм быяланы алып була.

Дим мөмкин тиклем шым быяланы алып нигеҙгә терәтеп ҡуйҙы. Әле сатлама һыуыҡтар етмәгән, шуға ла тәҙрә бер ҡат ғына. Бәлки, әбейҙә бөтөнләй икенсе ҡат тәҙрә юҡтыр.

Бер аҙ маташҡандан һуң Дим өй эсенә инә алды. Телефонындағы фонаригын ҡабыҙып уның утын бармағы менән ҡапланы һәм кескәй генә ярсыҡ ҡалдырып тирә-яғын ҡараштырҙы. Иң мөһиме әбей ятҡан бүлмәгә юлыҡмаҫҡа.

Танауға ҡартлыҡ еҫе бәрелде. Аяҡ аҫтында кипкән үлән ҡыштырҙай. Фонарик нуры стена буйлап үрмәләп ундағы рама эсендәге фотоһүрәткә юлыҡты. Ә фотола Тамара һәм Саша. Уның янында тағы бер фото. Быныһында өс кеше: йәшерәк Тамара, уның йәшендәге ир һәм үҫмер Александр. Нимә-нимә, ә был егеттең йөҙөн меңдәр араһынан да танырһың. Башҡа шикләнеүҙәр ҡалманы. Саша Тамараның улы.

Ҡапыл эргәлә генә ниндәйҙер ыңғырашыу ишетелде. Дим ипләп кенә телефонын тауыш яғына борҙо. Фонарик яҡтыһы иҙәндә ятҡан ҡыҙ һынын ялманы. Ул яланаяҡ һәм еңел йәйге күлдәк кейгән. Уң ҡулында наручник, икенсе осо батареяға эләктерелгән. Дим был кешелә күңеленә яҡын Гөлөн таныны.

Егет эргәһенә сүкәйеп ипләп кенә башынан һыйпаны. Ҡыҙ тертелдәп уянды.

 Ҡурҡма, был мин Дим,  тип шыбырланы егет һәм фонарик менән үҙенең битенә яҡтыртып күрһәтте.

 Дим,  көсһөҙ генә ысҡынды исем.

 Мин һине ҡотҡарырға килдем. Хәҙер асҡыс табам!  Димдең тауышы нығыраҡ яңғыраны.

Ҡапыл бүлмә яҡтырып китте. Түбәлә эленеп торған армыт яҡтыһына күҙҙәр ауыртты. Бер күҙ өйрәнгәс ишек уйымында торған Тамара һыны күренде. Былай ҙа матурлыҡҡа бай булмаған әбей төнөн тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Ҡыҫҡа сәстәре туҙған, ә һарғайып бөткән төнгө күлдәге бына-бына сереп ҡойолорға әҙер. Быялаһыҙ тәҙрәнән ел өрөп пәрҙә менән уйнай башланы. Бер күренеп, бер күренмәй яҡынлашҡан Тамара әкиәттәрҙәге Мәскәй әбейҙе хәтерләтә. Бына ул ысын албаҫты!

 Кем һине бында индерҙе?  Ҡарсыҡ тауышынан хатта ел тымды.  Ниңә тәҙрәмде ваттың? Малай, тыныс ҡына йәшәй алманыңмы!?

Дим урынынан һикереп торҙо.

 Хәҙер үк наручниктарҙың асҡысын бирегеҙ. Юғиһә полиция саҡыртам!

 Саҡырт. Мин әле Сашкаға шылтырата торайым. Ул бында тиҙерәк килеп етер,  Тамара боролоп икенсе бүлмәгә юлланды. Дим күп уйлап тормай уны артынан барып этте. Иҙәнгә һуҙылып ятҡан әбейҙең муйынынан бауға бәйләнгән бәләкәй асҡыс төштө.

Ҡылт-ҡылт, Гөлдөң ҡулы бығауҙарҙан ысҡынды. Тик азатлыҡҡа тышҡа илтеүсе ишектең йоҙағы эс яҡтан да асҡыс менән бормалы булып сыҡты.

 Сынок, теге жулик йортома инде,  Тамара тәким телефонына барып еткән.

Дим булған көсө менән аппаратты стенаға һелтәп ярҙы. Гөлдөң хәле бөтөнләй юҡ, ишеккә терәлеп ятҡан. Егет наручниктарҙы алып Тамараның ҡулдарын бығаулай башланы.

 Алйот! Ул бит бары уйнай ғына. Һин аңламайһың!  әбей әллә үҙен, әллә улын аҡларға тырышып ҡысҡыра башланы.

 Алйот! Ул бит бары уйнай ғына. Һин аңламайһың!  әбей әллә үҙен, әллә улын аҡларға тырышып ҡысҡыра башланы.

Туҡ-туҡ-туҡ! Ишеккә туҡылдаталар. Ҡурҡыштан Гөл дә үҙендә көс табып аяҡтарына баҫты.

 Мам, ты в порядке?  Ишек артынан тауыш ишетелде.

Дим ниҙер яуапларға маташҡан әбейҙең ауыҙына сепрәк тығып Гөл менән тәҙрә аша сығып ҡасты. Бүлмәлә ел генә уйнап ҡалды.

***

Си Цзиньпин урамында көҙҙөң сағыу мәле. Киң тамырлы олпат ағастарҙың япраҡтары ергә ҡойолоп ҡуйы, һары келәм түшәгән. Ҡояш нурын сайҡатып күл тулҡындар уйната. Ахунйәнов трамвай туҡталышы ҡаршыһындағы йортта туҡталып башын өҫкә күтәрҙе.

 Һеҙгә повестка,  тине ул ҡыйыҡ башында йөрөгән Димгә ҡарап. Егет, ниһайәт, мәңге шығырҙаған ҡалай киҫәктәрен нығыта.

Ҡағыҙҙы ҡарайған йорт таҡталарын һарыға буяп йөрөгән Гөл алды.

 Тәфтишсе барлыҡ уликаларҙы йыйҙы, бер аҙнанан суд. Һеҙ төп шаһиттар. Шуға күрә, һуңламағыҙ,  капитан Ахунйәнов кәпәсен күтәреп хушлашты ла ҡояш байыған яҡҡа атланы.

Дим Гөлдөң янына төшөп уны биленән ҡосаҡланы. Туҡталышта бышылдап трамвай туҡтаны. Хәҙер барыһы ла яҡшы буласаҡ

Миллионлаған кеше йәшәгән ҡаланың һәр трамвай туҡталышында ла, бәлки, ошоға оҡшаш тарих геройҙары йәшәйҙер. Күп ҡатлы йорттарға ҡарап уның һәр тәҙрәһе артында кешеләр йәшәгәнен баштан уҡ аңламаҫһың да Ә был бит көн һайын Өфө урамдарында булған меңәрләгән тарих, миллион яҙмыш, тигәнде аңлата.

10.11 09.12.2019

Ахрызамандан һуң

Ҡайҙа, ҡасан, нисек?

Ә һеҙҙең ахрызаманды күҙ алдына килтергәнегеҙ бармы? Бөтә ерҙә ҡан, ҡып-ҡыҙыл төҫтәге күк, ер йөҙөн элгәре күҙ күрмәгән шайтан, ендәр баҫып алғандар, йән яҡта ҡысҡырған тауыштар, кешеләрҙе тереләй суҡыған ҡарғалар Яҡынса шулайыраҡтыр. Тик ысынында ахрызаман күпкә ябайыраҡ һәм ҡыҙғанысыраҡ үтте. Булған ваҡиғалар һин йәшәгән дәүерҙән һуң булһа ла, ваҡыт шаршауы беҙҙе алыҫ айырманы. Был хикәйә ахрызамандан һуңғы ваҡиғалар хаҡында.

Башта ахрызаман тип аталған көндәр тураһында һөйләп үтәйем. Был хоҙай бойороғо буйынса булдымы, әллә кешелектең битарафлығы арҡаһындамы кем белһен. Ҡиәмәт көнө тип әйтерлек түгел ул. Ерҙе ярып тамуҡтан сыҡҡан Иблес тә булманы, йөрәкте табанға төшөрөп йәнеңде йолҡоп алған Ғазраил да килмәне, дейеүҙәр ҙә күренмәне. Хатта мәрхәмәтле фәрештәләр ҙә һәләкәткә дусар булған кешеләрҙе ҡотҡарманы.

Күнегелгән мөхит беҙҙе үлтерҙе лә. Кемдәр ғүмер буйы диңгеҙ күрергә хыялланған, үлер алдынан уны күрҙе, тик билдәле алһыу ҡояш байыу мәле менән һоҡланып өлгөрҙө микән? Күктә диңгеҙ хаҡында ғына һөйләшәләр тиҙәр, һуңғы йылдарҙа үлгәндәр был темаға арыуыҡ фекер әйтә алыр ул. Ысынында, ахрызаман тигәнебеҙ ер шарын һыу баҫып алыуы ғына. Һанап бөтмәҫлек фабрикалар, заводтар, машиналар һәм башҡа мең-мең һауаны бысратҡан әйберҙәрҙең ҡалдыҡтары күккә осоп йыйыла торғас планетабыҙҙың азон ҡатламы юҡҡа сыҡты. Ә ул булмағас ҡояш нурҙары ер йөҙөн өттө генә. Көндөҙ тышҡа сығырлыҡ түгел, өйөң ҡалһа өйҙә, баҙың булһа, баҙҙа ғына йәшенеп була ине. Ҡасандыр континентҡа һаналған Антарктида, Антарктика һәм башҡа боҙлоҡтар ике көндә тулыһынса иреп бөттө. Таулы яҡта йәшәгәндәр төндәрен тау түбәһенә ашыҡтылар, аҡыллылары унда ҡыуыш ҡорҙо, ер ҡаҙҙы, аҡылһыҙҙары янып бөттө. Шулай итеп, ҙур һыуҙан алыҫыраҡ булған ерҙә утрау-утрау булып Урал тауҙары тороп ҡалды ла инде.

Ваҡыт дауалай тиҙәр, дөрөҫтөр шул. Бер аҙ ваҡыт үткәс тере ҡалған халыҡ йәшәүҙең бындай шарттарына ла күнекте. Хәҙер инде һәр кемдең өҫтәлендә балыҡтың мең төрө көн һайын ашҡаҙанды ҡыуандыра. Ҡай саҡ ҡош та эләгеп ҡала, ул көндө байрам. Көн менән төн буталыуы ла йәшәү кәлейәһен борманы. Халыҡ һаман да көндән-көн ашауын, ашағанын сығарыуын, үрсеүен һәм үҙ-ара ирешеүен дауам итте. Тау-утрау ғүмерҙә лә таныш булмаған кешеләрҙе берләштерҙе. Шулай итеп, бер ерҙә өсәү көн күрә башланы. Ул да булһа ғалим, күрәҙәсе һәм эт. Этте улар ашамайҙар ҙа, ашатмайҙар ҙа, сөнки үҙ тамағын бында һәр кем үҙе генә ҡарай, ә хайуанды үлтерергә ярамай. Кем белә, бәлки был донъялағы һуңғы эттер

Был тормош ғалимға ғына оҡшай ине, сөнки ул физик, ә бында эксперименттары өсөн кәрәккән һәр нәмә бар. Һыуҙың күплеге һәм ҡояштың тырышлығы арҡаһында ергә көн һайын ямғыр яуа. Тик ҡәҙимге генә итеп яумай, дауыл, йәшене менән ҡуша була. Физик бәхетенә улар ҡунған тау ҡасандыр саңғы шыуа торған үҙәккә ингән һәм уның тубәһендә тимер-томор бағаналар байтаҡ. Ул свет бағанаһы ла, саңғысыларҙы күтәрә торған бағана ла, төрлө тросс, сымдар, кабинкалар, хатта саңғы таяҡтары. Ер йөҙөндә иң бәхетле кешеләр улар, сөнки тауҙа ял итеүселәргә тип төҙөлгән ҡыуыш та бар ине, әҙерәк кенә ҡул менән эшләгәс, хатта өйгә лә оҡшаны. Ғалим бағаналар ярҙамында йәшендәр тотоп сымдар аша үткәрә лә үҙе эшләгән трансформаторға ток йүнәлтә, ә унан һуң электр ҡулдары өй эсенә, лампочкаға юл һала. Шулай итеп ожмах шарттарында көн күрәләр. Яҡтылыҡ үткәрелгәс, ҡыуыштың булған тишектәре лә көпләнелде, сөнки бында шундуҡ башҡа халыҡ йөҙөп килер ине. Ә бит бында йәшәр өсөн тау башын ҡан менән йыуырға тура килде

Назад Дальше